ОБЪЯВЛЕНИЕ по дополнительным выборам, назначенным на 3 апреля 2022 года

Бөрйән районы Аҫҡар ауыл биләмәһе Брәтәк һәм Исламбай ауылдары, һайлаусылары иғтибарына!

Хөрмәтле һайлаусылар! 2022 йылдың 12 ғинуар 30/1-5– се һанлы Бөрйән районы муниципаль район территориаль һайлау комиссияһы ҡарары нигеҙендә, Аҫҡар ауыл биләмәһе ауыл Советының алтынсы һанлы Мәктәп бер мандатлы һайлау округына (Брәтәк ауылында) һәм унынсы һанлы Урман бер мандатлы һайлау округына (Исламбай ауылында) 28-се саҡырылыш депутаттарын өҫтәмә һайлау өсөн тауыш биреү 2022 йылдың 3 апрелендә үтәсәк.

Участка һайлау комиссияларының адрестары:

  • Брәтәк ауылында: Мәктәп урамы, 3-сө йорт, Аҫҡар ауылы дөйөм

белем биреү мәктәбенең Брәтәк ауылы филиалы, 1627 – се участка һайлау комиссияһы, телефоны 3-40-16;

  • Исламбай ауылында: Сыбай ялан урамы, 2 – се йорт, Исламбай ауылы

мәҙәниәт йорто, 1628 – се участка һайлау комиссияһы, телефоны 3-39-59.

Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе Әбделмәмбәт ауылы һайлаусылары иғтибарына!

Хөрмәтле һайлаусылар! 2022 йылдың 12 ғинуар 30/2-5 – се һанлы Бөрйән районы муниципаль район территориаль һайлау комиссияһы ҡарары нигеҙендә, Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе ауыл Советының өсөнсө һанлы Салауат бер мандатлы һайлау округына һәм бишенсе һанлы Үҙән бер мандатлы һайлау округына 28-се саҡырылыш депутаттарын өҫтәмә һайлау өсөн тауыш биреү 2022 йылдың 3 апрелендә үтәсәк.

Әбделмәмбәт ауылы участка һайлау комиссияһының адресы:

  • Әбделмәмбәт ауылы, С. Мухаметкулова урамы, 23-сө йорт, Әбделмәмбәт ауылы мәҙәниәт йорто, 1645 – се участка һайлау комиссияһы, телефоны 3-34-25.

Әгәр ҙә, өҫтәге һынап кителгән ауыл округтарының һайлаусылары 3 апрель көнө берәй төрлө сәбәп (вахта эше, комнадировка, уҡыу, дауаланыу һәм башҡалар) арҡаһында һайлауҙарҙа ҡатнаша алмаһа, улар ғәмәлдәге йылдың 23 мартынан 2 апреленә тиклем үҙ участкаһында алдан һайлау мөмкинселектәренә эйә.  Бының өсөн уларға үҙ участкаларына барып ғариза яҙып мөрәжәғәт итеүҙәре кәрәк.

Һаулау комиссияларының эш ваҡыттары: ағымдағы йылдың 23 мартынан 1 апреленә тиклем 16.00 — 20.00 сәғәттәрҙә, 2 апрель көнө 10.00 — 14.00 сәғәттәрҙә, 3 апрель көнө 7.00 — 21.00 сәғәттәрҙә.